«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы почта маркаһы сыҡты



29.03.2019 Яңы почта маркаһы сыҡты

Рәсәйҙә Өфө һәм Башҡортостан гербтары төшөрөлгән маркалар почта әйләнешенә сыҡты.

Марка почта блогына һыҙыҡ эсендә урынлашты­рылған. Ул «Рәсәй Федера­цияһы субъекттарының һәм ҡалаларының гербтары» серияһы сиктәрендә махсус почта штемпеле һәм конверт менән бер үк ваҡытта сығарылған. Почта марка­һында – Өфө ҡалаһы гербы, почта блогы һыҙығында Башҡортостан гербы һәм Рәсәй картаһы төшөрөлгән.

Марка 28 мартта Өфө почтамты ҡарамағындағы элемтә бүлексәһендә әйләнешкә сыҡты.

Почта блогының тиражы – 30 мең дана.







Автор: Т. Аманов
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға