«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юлай Ильясов Көйөргәҙе районын етәкләйәсәк



29.03.2019 Юлай Ильясов Көйөргәҙе районын етәкләйәсәк

Юлай Ильясов Көйөргәҙе районын етәкләйәсәкЭлек Башҡортостандың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры булған, һуңғы мәлдә "Башнефт"тә эшләгән Юлай Ильясов Көйөргәҙе районы хакимиәтен етәкләйәсәк.

Кисә ул район башлығының иҡтисад, финанстар һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ә иртәгә урындағы депутаттар 2001 йылдан бирле район хакимиәтен етәкләгән Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың отставкаға китеүен ҡабул итергә тейештәр. Унан һуң Юлай Ильясов башлыҡ вазифаһын башҡарасаҡ.

Юлай Талха улы Ейәнсура районында тыуып үҫкән. ӨДАТУ һәм БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға