«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Төҫлө” революциялар, кешеләр, мәктәптәр...



28.03.2019 “Төҫлө” революциялар, кешеләр, мәктәптәр...

“Күрәм - таныйым” (“Вижу – узнаю”) тигән конкурс иғлан ителде. Ул заманса, үҙенсәлекле, йәтеш кенә таныулы итеп балалар баҡсаларын, мәктәп, поликлиника, музейҙарҙы биҙәүгә бәйле.

Башҡортостандың Архитекторҙар берлеге иғлан иткән конкурста шул тармаҡҡа ҡараған дипломлы белгестәр (архитекторҙар, дизайнерҙар) ҡатнаша ала. Иң мөһиме – сағыу төҫтәр, яңыса алымдар ҡулланылһын.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бер-ике ай элек үрҙә һанап үтелгән биналарҙың тышҡы йөҙөн матурлау тураһында һөйләгәйне. Һәр хәлдә һоро төҫтәрҙән арынып, учреждениеларҙы заманса биҙәү күптән кәрәк. Мәҫәлән, сирләп поликлиникаға барғанда, уның тышы сағыу төҫлө булып, эсендә лә күркәмлек булһа, ауырыу-сырхауың бер аҙ еңелләшкән кеүек булыр ине һымаҡ.

Шулай итеп, кем әйтмешләй, “Да здравствует төҫлө биналар!”

Проекттар 10 апрелгәсә ҡабул ителә. Конкурстың приз хаҡы – 275 мең һум. Еңеүсе 150 мең һум аласаҡ. Икенсе урынға лайыҡ булыусыға – 75 мең, өсөнсөгә 50 мең һум аҡсалата бүләк тапшырыласаҡ.

Конкурста ҡатнашырға теләүселәр түбәндәге адресҡа мөрәжәғәт итһен: Пархоменко урамы, 101/1, тел. (347) 272-73-69 , sarb02@mail.ru (тема письма: «Конкурс «Вижу-узнаю»).





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға