«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бабичты шиғырҙары менән иҫкә алайыҡ!



28.03.2019 Бабичты шиғырҙары менән иҫкә алайыҡ!

Быйыл 28 мартта азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың һәләк булыуына 100 йыл тула.
Башҡортостан йөмһүриәте өсөн көрәштә Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә алғы һыҙыҡта булған, халыҡ истиҡбалы өсөн йәнен фиҙа ҡылған Шәйехзада Бабичты бергәләп иҫкә алайыҡ.

Бабич шиғырҙарын яттан белгән милләттәштәрҙе Өфөлә Шәйехзада үҙе белем алған әүәлге «Ғәлиә» (хәҙерге Рәсәй ислам университеты) бинаһы янында көтәбеҙ.

Башҡортостан флагын, сәскәләр тотоп килеү хуплана.

Флешмоб 28 мартта төшкө сәғәт 2-лә сәғәттә башлана.

Адрес: Өфө, Чернышевский урамы, 5.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға