«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "КамАЗ" менән автобус бәрелешкән



27.03.2019 "КамАЗ" менән автобус бәрелешкән

Дүрт кеше зыян күргән

Өфөнөң Көньяҡ урау юлында "Луидор" автобусы менән идара иткән 42 йәшлек ир төп юлға үткәндә йөк машинаһына юл бирмәгән. Һөҙөмтәлә бәрелеш булған.

Аварияла дүрт кеше йәрәхәтләнгән. 61 һәм 56 йәшлек ҡатындар дауаханаға оҙатылған. 37 йәшлек ир менән 43 йәшлек ҡатынды табиптар ҡарағас өйҙәренә оҙатҡандар.

Автобус маршрутта булмаған. Водителдәр зыян күрмәгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға