«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Элвин Грей: "Ижадты сәйәсәт менән бәйләргә һәм низағлашырға теләмәйем"



27.03.2019 Элвин Грей: "Ижадты сәйәсәт менән бәйләргә һәм низағлашырға теләмәйем"

Популяр башҡорт йырсыһы Радик Юлъяҡшин "Московский комсомолец" гәзитенә ҙур интервью биргән.

Әңгәмә барышында унан ни өсөн былтыр Стәрлетамаҡта концерт үткәрмәнегеҙ тип һорағандар. "Башҡорт сода компанияһы" алдан тамаша була тиһә лә, концерт ойошторолмаған. Унан һуң йырсыны шихандарҙы эшкәртеү яҡлы тип ғәйеп таҡтылар.


- Тәүҙә Стәрлетамаҡта 1 сентябрҙа ҡала концерты планлаштырылды. Уны кем финанслауы тураһында билдәле түгел ине. БСК беҙҙең менән һөйләшеүҙәр алып барҙы, ләкин ризалыҡ бирмәнек һәм был сығышты анонсламаныҡ. Концерт ваҡыты яҡыная башлағас хәбәр таралды. Шихандарҙы эшкәртеүгә мин ҡаршымын. Дөйөм әйткәндә мин ижадты сәйәсәт менән бәйләргә һәм низағлашырға теләмәйем. Бар теләк - йырларға һәм ижад итергә."


Әңгәмәгә һылтанма:
https://ufa.mk.ru/culture/2019/03/27/radik-yulyakshin-zhenyus-v-33-goda-esli-poluchitsya.html





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға