«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан егете Ирландия ерен һөрә



27.03.2019 Башҡортостан егете Ирландия ерен һөрә

Беҙҙекеләр ҡайҙа ғына барып сыҡмай?! Хатта әллә ҡайҙағы Ирландия тупрағына аяҡ баҫалар. Улай ғына ла түгел әле, ә гөрөлдәтеп ерен дә һөрәләр. Бының өсөн маҡталалар ҙа.

Марттың һуңғы көндәрендә Ирландияла ер һөрөү буйынса 36-сы чемпионат үтә. Халыҡ-ара ярышта Рәсәй исеменән беҙҙең Мәләүез егете Илдар Ишекәев тракторы менән бураҙнаға сыға.

Титуллы механизатор Илдар бына бер нисә йыл инде донъя, Европа, Рәсәй чемпионаттарында ҡатнаша.

Европа ер һөрөү федерацияһына (эйе, эйе, унда шундай федерация бар) 13 ил инә.

Беҙҙең яҡташ Англия, Бельгия, Германия һ.б. дәүләттәрҙең тракторсыларын саң аҫтында ҡалдырып китә алырмы? Булдырыр, тип ышанайыҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com, шәхси сәхифәнән.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға