«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Интернет аша танышҡан ҡатын әйберен урлаған



27.03.2019 Интернет аша танышҡан ҡатын әйберен урлаған

Белмәгән кешене ҡунаҡҡа саҡырыуы ла ҡурҡыныс. Әммә яңғыҙ ирҙәр танышыу сайттары аша танышып, сит ҡатындарҙы өйҙәренә саҡырырға шикләнмәй.

Өфөнөң Киров районында йәшәгән 29 йәшлек бер буйҙаҡ үҙенә оҡшаған һәм ҡунаҡҡа килеүҙән баш тартмаған бер ханымды фатирына саҡыра.
Күңелле генә ял итәләр.

Ҡатын сығып киткәс, ир ҡиммәтле сәғәте менән браслеты юғалыуын шәйләп ҡала. М.-ға полицияға мөрәжәғәт итергә тура килә. Тәртип һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар бур ҡатынҡайҙың эҙенә тиҙ төшә. Ул Ырымбурҙан килгән 37 йәшлек ханым булып сыға.

Танышыу сайттарында танышып, ҡунаҡҡа ҡыҙҙар, ҡатындар саҡырған ир-егеттәр, абай булығыҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға