«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәскәү өлкәһе кешеһе 10 миллион һумға метеорит һата



27.03.2019 Мәскәү өлкәһе кешеһе 10 миллион һумға метеорит һата

Вячеслав Н. исемле ир йыһан есемдәрен йыя һәм коллекцияһының иң яҡшы өлгөһөн һатырға ҡуйған. Ирҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, тимерҙән торған йыһан ташы һигеҙ йыл элек Калуга өлкәһендә табылған, йәше 500 йылдан кәм түгел, магнитҡа тартыла, игәгәндә осҡон сәсрәмәй, ауырлығы 3650 грамм тәшкил итә.

Вячеслав метеоритты балаларына һәм ейәндәренә финанс ярҙам булһын тип һата икән. Тик бына Рәсәй Фәндәр академияһының Геохимия һәм аналитика интитуты белгестәре йыһан ташының хаҡы мең тапҡыр арттырылған тип баралар. Баҡтиһәң, ысын метеоритты һатыр өсөн тәүҙә уның төрөн билдәләргә һәм Халыҡ-ара номенклатура комитетында теркәргә кәрәк. Рәсәйҙә бының менән тик өс лаборатиорияла шөғөлләнәләр, ир уларға мөрәжәғәт итмәгән. Бынан тыш, тимерле метеориттар бик ныҡ таралған, грамының хаҡы бер доллар тора. Ә Вячеслав үҙенең тауары грамына мең доллар һорай. Әгәр ҙә уның метеориты Марстан килеп төшһә, хаҡы дөрөҫ булыр ине. Тик был осраҡта күк есеменең ҡайҙан икәнлеген бер кем дә асыҡлай алмай.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға