«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Һылыуҡай-2019» элекке һылыуҡайҙарҙы йыясаҡ



27.03.2019 «Һылыуҡай-2019» элекке һылыуҡайҙарҙы йыясаҡ

Был аҙнаның йәкшәмбеһендә, йәғни 31 мартта баш ҡаланың "Azimut Отель Уфа" (Октябрь проспекты, 81) тигән урынында Башҡортостандың төп матурлыҡ бәйгеһе "Һылыуҡай-2019" финалына һайлап алыу туры үтәсәк.

Унда кейәүҙә булмаған, 18-27 йәшлек башҡортса белгән ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Буйҙары 168 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш тиҙәр.

Нимәһе ҡыҙыҡ - һайлап алыу турында элекке "Һылыуҡай" конкурстарында финалға үткән ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша ала.

Бәйгенең рәсми положениеһы "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә - https://vk.com/bashguzel





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға