«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙа - көлкө



27.03.2019 Сибайҙа - көлкө

Кисә, йәғни 26 мартта Сибайҙың “Ирәндек” боҙ һарайына меңләп кеше йыйылды... Һәм көлдөләр. Аһ-аһ, был ҡалала хәл шәптән түгел тиҙәр ине лә баһа. Нимә булды икән?

Баҡһаң, бында башҡорт телендәге КВН-дың ҙур фестивале шаулап-гөрләп үткән. Бөтә республиканан йыйылған шаяндар Еңеүсе кубогы өсөн шуҡлыҡта, саялыҡта һәм көлдөрөү маһирлығында көс һынашҡан.

Сибай, тип тормағандар Мәскәүҙән һәм Подмосковьенан Үҙәк лига ҡатнашыусылары ла килгән.

Еңеүсенең исеме беҙҙә яҡшы таныш: Кубокты Өфөнән “Нөктә.ру” алды. Икенсе урын ”Бер минут”та. Ул команданы ла беләбеҙ. Башлыса Бөрйән бөркөттәренән тора ул. Өсөнсө урынды Сибайҙан ”Ыстағәфирулла” (СиБашДУ) менән ”Ете ырыу” (Сибай медицина колледжы) бүлеште.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға