«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Асҡар Абдразаҡов ҡайтты!



27.03.2019 Асҡар Абдразаҡов ҡайтты!

Ул хәҙер Башҡортостан башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса советнигы эшен башҡарасаҡ. Бының туралағы бойороҡҡа Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Асҡар Әмир улы был вазифаны йәмәғәт башланғысында атҡарасаҡ.

Күренекле мәҙәниәт эшмәкәре, опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Санкт-Петербургтағы Мариин театры солисы Асҡар Абдразаҡовҡа был эш таныш. Ул 2010-2011 йылдарҙа республиканың мәҙәниәт министры булды.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға