«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Газға түләү артасаҡ



26.03.2019 Газға түләү артасаҡ


Әлеге мәлдә беҙҙе күп кенә “аҡыллы” нәмәләр уратып алып бара. “Аҡыллы йорт”, “Аҡыллы туҡталыш”... Үҙебеҙ ҙә аҡыллылана барабыҙҙыр, моғайын. Бына тиҙҙән беҙ тотонған газды “Аҡыллы счетчик” иҫәпләй башлаясаҡ. Нисегерәк итеп?

Фатирҙарға ҡуйылған иҫәпләү приборы “зәңгәр яғыулыҡ”ты күпме тотонғаныңды газ компанияларына тура ебәрә (ай һайын квитанция тултырмайһың), түләмәүселәргә алыҫтан тороп ҡына газды “ҡырҡырға” ла булдыра. Хатта артыҡ тотона башлаһаң, бер аҙ экономияла, тигән кеүегерәк хәбәр ҙә ебәрә икән.

Әлбиттә, был заманса системаның хаҡы ла нисауа ғына. Ул ябай электр счетчигы түгел. Хужа ғәҙәти иҫәпләү приборын 2 – 5 мең һумға һатып алһа, быныһы, йәғни “аҡыллыһы”, 11 – 15 мең һумға төшәсәк. Монтажға, ҡуйыуға ла байтаҡ аҡса кәрәк буласаҡ. Шуға ҡушып, газ өсөн түләүҙең 5 – 10 процентҡа артыуы күҙаллана. Шунан, беҙгә кәрәкме ул “аҡыллы иҫәпләүсе”?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға