«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәҙәниәт әһелдәре бильярд төрткән



26.03.2019 Мәҙәниәт әһелдәре бильярд төрткән

24 мартта Өфөлә Башҡортостандың мәҙәниәт әһелдәре һәм хеҙмәткәрҙәре араһында бильярд турниры үткән. Унда барлығы 28 кеше ҡатнашҡан.

Спортсылар алты сәғәт дауамында шар тәгәрәткән. Һөҙөмтәлә 1-се урынды Азат Ноғманов («Башҡортостан» ДТРК-һы), 2 урынды — Хәлил Хәмзин («Башҡортостан» ДКЗ-һы), 3 урын – Октябрь Латыпов (Октябрьский ҡалаһы) алған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға