«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәҙрәгә балта сапҡандар, венок элгәндәр



26.03.2019 Тәҙрәгә балта сапҡандар, венок элгәндәр

Замана палачтары - коллекторҙар хаттин аша. Ошо көндәрҙә улар бурыслы кешенең машинаһына зыян килтергән. "Лада-Калина" автомобиленең алғы тәҙрәһенә балта менән сабып, уға кеше ерләгәндәге венокты элгәндәр. Ваҡиға баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендә булған.

Машинаһының шундай хәлдә икәнен күргән эйәһе полиция саҡыртҡан. Ир бурысты ҡайтарыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итһендәр ине тип коллекторға дәғүәһен белдерә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға