«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 31 мартта "Науруз" байрамында былау буйынса беренсе Өфө чемпионаты старт аласаҡ



26.03.2019 31 мартта "Науруз" байрамында былау буйынса беренсе Өфө чемпионаты старт аласаҡ

Сара тәүге тапҡыр «ЕврАзия» агропаркы майҙансығында була (Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 21).

Байрам көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Байрам өсөн махсус 100 литрлыҡ 10 ҡаҙан әҙерләнгән, тышта ҡунаҡтарҙың күҙ алдында Сәмәрҡәнд, тажик, үзбәк, Бохара, азербайжан былауын бешерәләр. Теләгәндәргә рецептарын алырға мөмкин. Һәр былауҙың үҙенең бешереү сере бар.

Бынан тыш, ҡунаҡтар үзбәктәрҙең милли ризығы "сүмәләк" әҙерләү буйына оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша ала. Сүмәләк — Урта Азия халыҡтарының милли аш-һыуы, төп ингредиенты шыттырылған бойҙай.

Байрамда, ғәҙәттәгесә, республикала йәшәүме төрлө милләт вәкилдәре - башҡорттар, татарҙар, тажиктар, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, азербайжандар, дағстандар ҡатнаша.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға