«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ватс ап”тың яңы функциялары табылды



26.03.2019 “Ватс ап”тың яңы функциялары табылды

Телефондарға ҡуйыла торған “Ватс ап” ҡушымтаһы бушлай һөйләшергә, фото-видео ебәрергә мөмкин булыуы менән ныҡ таралды. Күптәр уны шул көйөнсә генә, ҡайһы бер мөмкинлектәрен белмәйенсә ҡуллана.

- Ата-әсәләр, туғандар, хеҙмәттәштәр бергә һөйләшкән чаттар саманан тыш “ауырая” - уларҙы юйып, телефон хәтерен таҙартып тороғоҙ;
- Мөһим чаттарҙы экрандың үҙенә сығарып ҡуйырға мөмкин;
- Яҙышҡан кеше үҙе ебәргән хәбәрҙе һеҙ уҡыған тип күрмәһен өсөн хатты асып уҡыу статусын көйләү аша һүндереп була;
- Мобиль интернетты экономлы тотоноу өсөн “файлдарҙы автоматик һаҡлау” тигәнде тыйығыҙ;
- Яҙышҡанды сит кеше уҡымаһын өсөн махсус программа аша пароль ҡуйырға мөмкин;
- Хәбәрләшкәндә ҡалын текст менән яҙыр өсөн һүҙ алдына һәм артына йондоҙсоҡтар (*) ҡуйығыҙ. Курсив текст – аҫҡы һыҙыҡтар (_) менән, һүҙҙе һыҙыу өсөн тильда (~) ҡулланыла.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға