«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Башҡортостан" ДКЗ-ында халыҡ йырсыһы Азамат Тимеровтың юбилей концерты үтте



25.03.2019 "Башҡортостан" ДКЗ-ында халыҡ йырсыһы Азамат Тимеровтың юбилей концерты үтте

"Башҡортостан" ДКЗ-ында халыҡ йырсыһы Азамат Тимеровтың юбилей концерты үттеМатур тамашала йырсының ижадташ дуҫтары Марсель Ҡотоев, Салауат Фәтхетдинов, Рәфҡәт Әминев, Сибай дәүләт филармонияһы артистары, ҡатыны Нәсимә, улдары Урал менән Арыҫлан ҡатнашты.

Азамат Тимеровты тәбрикләргә концертҡа мәҙәниәт министры Әминә Шафикова, Өфө ҡалаһы хәкимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһариналар килде. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин байрам хужаһына "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалын тапшырҙы.

Үҙенең талантын тағы бер иҫбатлап, Азамат Камил улы халыҡ һәм классик, ретро һәм эстрада йырҙарын яңғыратты.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға