«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башын бесәй ояһына тыҡҡан һәм кире ала алмаған



25.03.2019 Башын бесәй ояһына тыҡҡан һәм кире ала алмаған

Өфөлә өс йәшлек малай шаярып йөрөп, бесәй йәшәгән ояға инергә теләгән. Тик башын кире ала алмаған. Аптыранған ата-әсә 112 номерына шылтыратҡан.

Тиҙҙән ҡотҡарыусылар килеп еткән. Улар тәүҙә ояны һүткән һәм малайҙың башын эстән эткән. Бар операция биш минутта үткән. Малайҙың башы йәрәхәтләнмәгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға