«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һауа торошо ҡырҡа үҙгәрәсәк



25.03.2019 Һауа торошо ҡырҡа үҙгәрәсәк

Март үҙенең һуңғы аҙнаһында көйһөҙләнеп аласаҡ. Был бөгөн күренде - ялдарҙа йылы, ҡояшлы торһа, дүшәмбе һалҡын һәм ямғыр менән башланды. Көндөҙгә һауа температураһы +3 градус булһа, кискә ҡарай -2 градусҡаса һыуытасаҡ, ҡар яуыуы ихтимал.

Иртәгә лә Өфөлә ҡар яуасаҡ. Ҡар ҡатыш ямғыр ҙа көтөлә.

Шаршамбыла ел сығасаҡ. Һауа температураһы ла алмашынып торасаҡ.

Кесе йомала һәм йомала 4-5 градус йылы торасаҡ. Ялдарҙа ла көндөҙ йылы тороп, төндә һыуытасаҡ. Ел, яуым-төшөм көтөлмәй.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға