«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Элвин Грей менән Гүзәл Уразова тағы ла бергә!



23.03.2019 Элвин Грей менән Гүзәл Уразова тағы ла бергә!

Элвин Грей менән Гүзәл Уразова тағы ла бергә!Ике популяр йырсының авторлыҡ хоҡуҡтары буйынса аралары боҙолоуын барыһы ла белә ине. "Красивая, хороший" йыры концерттарҙа, радиотапшырыуҙарҙа ҡабат яңғыраясаҡ: ниһәйәт Радик менән Гүзәл ҡабат дуҫлашты.
Конфликтты нисек хәл итеүҙәре хаҡында йырсылар киң аудиторияға сығармай, әммә киләсәктә яңы йырҙар, гастролдәр буласағы көн кеүек асыҡ.
Беҙ Радик менән Гүзәлгә киләсәктә татыу һәм дуҫ булырға, йырҙарының авторлығын алдан билдәләргә теләйбеҙ. Фанаттарығыҙҙың һаулығын уйлағыҙ)





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға