«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тарбаҡ мөгөҙгә ҡаршы - бесәй



22.03.2019 Тарбаҡ мөгөҙгә ҡаршы - бесәй

Октябрьский ҡалаһы урамдары буйлап йүгереп йөрөгән мышы тураһында яңылыҡ хәтерегеҙҙәлер. Шаһиттар, үҙҙәренең ихатаһынан ҡыуып сығарыр өсөн, саҡырылмаған ҡунаҡты бесәй ташлап баҫтыра.

Был хәл Мәскәүгә лә барып ишетелгән икән. “Беренсе канал”да Иван Ургант был ирҙе көлөп һөйләгән.
— Тормош хәүеһеҙлеге тураһында китапта “Мышынан һаҡланыу” тигән абзац та бар. Унда ни бары ике пункт: беренсеһе — бесәйҙе эҙләп табыу, икенсеһе — бесәйҙе мышыға ташлау, — тип шаяртҡан шоумен.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға