«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мартен Фуркад миҙалһыҙ ҡалды



24.03.2019 Мартен Фуркад миҙалһыҙ ҡалды

Швецияла биатлон буйынса донъя чемпионаты тамамланды.

Рәсәй йыйылма командаһы ике көмөш һәм бер бронза миҙал яулап, сағыштырмаса уңышлы ғына сығыш яһаны. Сөнки уҙғанында улар ике генә миҙал менән ҡайтҡайны. «Көмөш»тө команданың лидер­ҙары Александр Логинов менән Екатерина Юрлова-Перхт шәхси беренселектә яуланы. Һәм ир-ат командаһы Матвей Елисеев, Дмитрий Малышко, Никита Поршнев һәм Александр Логинов (һүрәттә) составында эстафетала өсөнсө урынға сығып «бронза»­лы булды. Ә инде башҡалар уртаса сығыш яһап, киләсәктә, моғайын, ышанысты аҡларҙар. Шуға ҡара­маҫтан, улар әҙме-күпме 113,5 мең евроға байып ҡайтты. Иң күбе Логиновта. Ул кеҫәһен 38,5 мең евроға ҡалынайтты. Унан ҡала Юрлова-Перхт (29,5 мең евро) килә. 12 мең евроға байып, өсөнсө урында Евгения Павлова урынлашты. Унан дүртәр меңгә хатта Малышко менән Гараничев ҡалышты. Елисеев – 7 мең, Поршнев – 4,5 мең, Кайшева менән Миронова 3-әр мең евро менән ҡайтты.

Дөйөм һөҙөмтәгә килгәндә, Норвегия спортсылары бында ла мах бирмәй, биш алтын, өс көмөш һәм бер бронза миҙаллы булды. Уларҙың лидеры Йоханес Бё юғары пьедесталға дүрт тапҡыр күтәрелде. Бер тапҡыр шәхси беренселектә һәм өс тапҡыр команда составында. Ул 78,5 мең евроға байыны. Ә бына данлыҡлы Мартен Фуркад ошо юлы бөтөнләй наградаһыҙ ҡалды. Уны команда етәкселеге хатта киләһе донъя кубогы этабына составҡа индермәгән. Немецтар – икенсе. Улар иҫәбен­дә ике алтын, ике көмөш һәм өс бронза миҙал. Өсөнсө баҫҡыста урынлашҡан италия биатлонсылары иҫәбендә лә икешәр «алтын» менән «көмөш». Тик «бронза»лары ғына берәү. Чемпионат хужалары ла һәр төрҙән берәр миҙаллы булып, һәүетемсә күрһәткескә өлгәште. Украина спортсылары ла донъя кубогы этаптарында күләгәлә йөрөп, уйламағанда бер алтын һәм бер бронза миҙаллы булды.

Норвегияла Донъя кубогы­ның һуңғы этабы старт алды. Унда төп составтан тыш, Виктория Сливко менән яҡташыбыҙ Антон Бабиков саҡырыу алды. Улар икеһе лә IBU кубогы этаптарының дөйөм һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе булып танылды.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға