«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кадеттар менән рейд яһаны



22.03.2019 Сибайҙың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кадеттар менән рейд яһаны

Балалар алдында тәүҙә Сибай буйынса ЮХХДИ-ның закондарҙы административ башҡарыу инспекторы, полиция лейтенанты Ринат Хафизов сығыш яһаны. Ул инструктаж үткәрҙе, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һораны, юл-пост хеҙмәте патруль автомобиле ҡоролошо менән таныштырҙы.

Дәүләт автоинспекцияһы менән ҡаланың 7-се мәктәбе кадеттары Сибай урамдарында водителдәргә буклеттар бирҙе, балаларҙы ташыу тураһында ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Нимәһе яҡшы - рейд мәлендә хоҡуҡ боҙоуҙар булманы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға