«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Поезда — ярты хаҡҡа



22.03.2019 Поезда — ярты хаҡҡа

Рәсәй тимер юлдары матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 10 йәштән алып 17 йәшкә тиклем балаларға һәм үҫмерҙәргә 50 процент ташлама менән билеттар һатыла башланы. Ташлама 1 июндән үҙ көсөнә инеп, 31 авгусҡа тиклем тиклем дауам итәсәк.

Льготалы хаҡҡа билеттарҙы дөйөм, плацкарт, ултыраҡ вагондарға һәм электропоездарҙың икенсе һәм өсөнсө класлыһына һатып алырға мөмкин. Ташлама менән тик Рәсәй биләмәһендә генә файҙаланып була. Ә бына тиҙ йөрөшлө һәм юғары тиҙ йөрөшлө поездарға льгота юҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға