«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өсөнсө көн тоташ төтөн сыға



21.03.2019 Өсөнсө көн тоташ төтөн сыға

Иглин районының ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында янғын һүндереү өсөнсө көн дауам итә.

Бөгөн утҡа ҡаршы 13 янғын һүндереүсе һәм 4 берәмек техника көрәшә. Шулай уҡ ирекмәндәрҙең янғын командаһы, 4 автоцистерна, 1 рукавлы автомобиль, сылбырлы тәгәрмәсле экскаватор, автотейәгес, ике йөк һәм ике ассенизатор машиналары ярҙамға килгән.

Йөҙ квадрат метрлыҡ биләмәгә таралған утҡа ҡаршы, быҫҡып ятып ҡалмаһын өсөн, барлыҡ сүп-сарҙы әйләндереп һыу һибергә тура килә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға