«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Бар тормошобоҙ – уйын”



24.03.2019 “Бар тормошобоҙ – уйын”

27 март, Бөтә донъя театр көнөнә арнап Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Бар тормошобоҙ – уйын” исемле капустник тәҡдим итә.

Әлеге ваҡытта Театр көнөнә әҙерлек ҡыҙыу бара, артистар үҙҙәренең үҙенсәлекле сценарийҙары буйынса репетициялар ойоштора һәм тамашасы менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә.

20 йыл тирәһе инде, Милли йәштәр театры был байрамды ошо формала билдәләй. Театр тамашаларын ҡуйыу тураһында беренсе булып беҙҙең эраға тиклем 2500 йылда телгә алына, Мысыр сәхнәһендә Осирис алланың тарихы сәхнәләштерелә. Беҙҙең театр артистары иһә, мифологияға бирелмәй генә был байрамда үҙ тамашасыһын сатирик миниатюралар һәм еңел, шаян сәхнәләштереүҙәр менән ҡыуандырмаҡсы.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға