«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фейктарға көн бөттө!



21.03.2019 Фейктарға көн бөттө!

Дөрөҫ булмаған хәбәрҙе һәм ялған факттарҙы таратыусы яңылыҡтарҙы блокировкалау тураһындағы закон үҙ көсөнә инде.

Рәсми теркәлгән интернет ресурстарҙа бындай хәбәр булмаһа, Рәсәй генераль прокуроры йәки урынбаҫарҙары ялған хәбәр таратыусы сайтҡа инеүҙе сикләүҙе талап итеп, Роскомнадзорға мөрәжәғәт итә ала.

Законды боҙған осраҡта 1,5 миллион һумға тиклем штраф ҡаралған.
Рәсәй халҡының күбеһе был законды хуплап сыҡҡан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға