«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Халыҡ шағирының тағы бер китабы донъя күрҙе



21.03.2019 Халыҡ шағирының тағы бер китабы донъя күрҙе

20 мартта Өфө ҡалаһы ҡала хакимиәтендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Йәләлетдин атай» китабының исем туйы үтте. Был сара халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.

Унда Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, яҙыусының ҡыҙы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, ейәне Тимербулат Кәримов, яҙыусылар, китапханасылар, журналистар, студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

«Йәләлетдин атай» Мостай Кәримдең яҡташы, яҡын дуҫы һәм Өфө ҡалаһының легендар етәксеһе Михаил Зайцевҡа арналған һәм уның исеменән яҙылған. Балалар йортонда тәрбиәләнеүсе Миша Ҡуянов атай урынына булған тәрбиәсе Йәләлетдиндең тормош һабаҡтарын ғүмерлеккә үҙенә һеңдерә.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шәхесен һәм ижадын юғары баһалап, уның республикабыҙҙың үҙенсәлекле бер символына әүерелеүен билдәләп үтте. Әлеге китабының да тәрән уйҙарға һалыуын, герой кисергәндәрҙе үҙ күңелең аша үткәрергә мәжбүр итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Михаил Алексеевичты ул быуын вәкилдәре яҡшы хәтерләй һәм оло ихтирам менән телгә ала.

– Михаил Зайцевты яуаплы, талапсан һәм әйткәнен үтәй торған етәксе итеп беләм. Уның ҡул аҫтында эшләргә тура килде. 1985 йылда ул Киров районының район советы башҡарма комитеты рәйесе булғанда мине 40-сы ЖЭУ начальнигы итеп тәғәйенләне. Торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә хәл итте. Әммә уны алыу өсөн тәүҙә райондағы яңы төҙөлгән йорттағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса етди бурыс ҡуйылды. Ошо бурыс үтәлгәс кенә мин фатирлы булдым, – тине ул үҙенең иҫтәлектәре менән бүлешеп.


Китап бынан ун йыл элек сикләнгән тираж менән генә нәшер ителгән булған. Әле иһә яҙыусының улы Илгиз Кәримов тарафынан рус теленә тәржемә ителеп, 1000 дана менән «Инеш» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан. Яҙыусының ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова әйтеүенсә, был әҫәрҙең яҙылыуына – 25 йыл.
– Атайым уның өҫтөндә бик оҙаҡ уйланды. Михаил Зайцев менән улар икәүһе лә бер райондан, күрше ауылдарҙан. Әммә был ғына уларҙы берләштермәне, ә күңел яҡынлығы, ҡараштар, фекерҙәр уртаҡлығы дуҫлаштырҙы. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә лә улар, китаптың геройы Йәләлетдин атайҙың һүҙҙәренә таянып, «етем алдынан ризыҡҡа үрелмә» тигән принцип менән йәшәне.


Китаптың исем туйын Башҡорт дәүләт университеты студенттары – Мостай Кәрим исемендәге фонд стипендиаттары алып барҙы. Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров менән уның улы Алмаз Таһиров ҡунаҡтарға «Йәләлетдин атай» китабынан өҙөк тә сәхнәләштереп күрһәтте. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Аделина Сафинаның Мостай Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын матур итеп яттан һөйләүе, башҡорт һәм рус телендә яңғыраған йырҙар ҙа кисәне йәмләне.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға