«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Палатка эсендә үлеп ятҡан



21.03.2019 Палатка эсендә үлеп ятҡан

Көйөргәҙе районында палатка эсендә 64 йәшлек ирҙең мәйете табылған. Ул Ырымбур өлкәһенән килгән булған. Асыҡлауҙарынса, турист төҙөк булмаған газ ҡоролмаһын палатка эсен йылытыу өсөн ҡулланған һәм һөрөм менән ағыуланған.

Балыҡҡа йөрөгәндә хәүефһеҙлек сараларын күрергә онотмағыҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға