«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тел буйынса грантҡа 196 проект дәғүә итә



20.03.2019 Тел буйынса грантҡа 196 проект дәғүә итә

Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарына быйыл 196 проект дәғүә итә. Конкурсҡа мәғариф, мәҙәниәт, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһенә ҡараған ғаризалар килгән.

Дәғүәселәр грант аҡсаһына фестивалдәр, ижади студиялар, уҡытыусылар съезын үткәрергә, уҡыу ҡулланмалары, китаптар сығарырға, телдәрҙе үҫтергән телетапшырыуҙар, онлайн-проекттар әҙерләргә тәҡдим итә.

Башҡортостан Башлығы гранттарын алыуға бөтәһе 287 ғариза бирелгән Рафаэль Шафиҡов рәйеслегендәге эксперт советы ҡарағандан һуң, дәүләт аҡсаһын алыу тәртибенә тап килмәүе сәбәпле, 90-дан ашыу ғариза кире ҡағылды. Документтарға юридик экспертиза ла үткәрелде.
Еңеүселәр гранттар буйынса республика комиссияһы ултырышынан һуң билдәле була.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға