«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Салауат Юлаев" Радий Хәбировтың тыуған көнөнә бүләк яһармы?



20.03.2019 "Салауат Юлаев" Радий Хәбировтың тыуған көнөнә бүләк яһармы?

"Салауат Юлаев" - "Автомобилист" уйыны иҫәбен фаразлайбыҙ һәм "Йәшлек" гәзитенән 500 һум аҡса отабыҙ!

Бөгөн "Өфө-Арена"ла "Салауат Юлаев" дүртенсегә "Автомобилист" менән осраша. Матч Көнсығыш плей-офының ярымфинал серияһында үтәсәк.

Юлаевсылар БР Башлығын хөрмәтләрме? Еңеү яулап, уға бүләк яһармы? Бөгөн билдәле буласаҡ.

- Ошо пост аҫтына комментарий итеп уйын башланғанға тиклем иҫәп нисәгә-нисә булыр тип фараз яҙабыҙ;
- Фаразлаусы "Йәшлек" гәзите төркөмөндә торорға, ошо посты үҙенең сәхифәһенә репост яһарға, дуҫтарына төркөмгә инергә саҡырырға тейеш;
- Бер нисә кешенең фаразы тап килгән осраҡта аҡса улар араһында махсус программа аша уйнатыласаҡ;
- Бөгөн киске сәғәт 7-лә, уйын башланыр алдынан яуаптарға скриншот эшләнәсәк - хәрәмләшеү булмаһын өсөн;
- Еңеүсене уйындан һуң иғлан итербеҙ!

ТУРА ТРАНСЛЯЦИЯ: БСТ, КУРАЙ-ТВ, КХЛ-ТВ





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ХК СЮ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға