«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юғары стипендияға кем лайыҡ булыр?



20.03.2019 Юғары стипендияға кем лайыҡ булыр?

Башлыҡтың стипендияһын алыу йәштәргә уҡырға стимул бирер.

Уҡыу йортонда тик «бишле» билдәләренә генә уҡыһаң, республика етәксеһенең стипендияһын аласаҡһың. Иң яҡшы студенттарға һәм аспиранттарға бирелә торған стипендиялар тураһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы баҫылып сыҡты.

Киләһе уҡыу йылына 205 стипендия билдәләнәсәк. Уларҙың 30-ы (8050-шәр һумдан) – аспиранттарға, 50-һе (5750-шәр һумдан) –юғары уҡыу йорттары студенттарына, 125-е (2300-әр һумдан) дәүләт махсус һөнәри уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға