«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Арғымаҡ" төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанынан еңеү менән ҡайтты



20.03.2019 "Арғымаҡ" төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанынан еңеү менән ҡайтты

9-19 мартта Эр-Рияд ҡалаһында Король Абдул Азиз исемендәге "CamelFestival" барышында "Күсмә халыҡтар донъяһы" халыҡ-ара этнофестивале үтте. Бөтә донъянан килгән йөҙгә яҡын илдәр араһында бөтә Рәсәй һәм Башҡортостаныбыҙ исеменән сығыш яһаған “Арғымаҡ” төркөмө этно-музыка номинацияһында Гран-при яуланы!

Ижади бәйгенең шарттарына ярашлы, һәр илдең вәкилдәре сәнғәттең сәхнә, уйын, кәсепселек төрҙәрендә халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған милли программа тәҡдим итергә тейеш ине. Һәр делегация 15-20 минутлыҡ биштән күберәк концерт программаһы әҙерләп сығыш яһаған.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға