«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мортаза Рәхимов Радий Хәбировты юбилейы менән ҡотланы



20.03.2019 Мортаза Рәхимов Радий Хәбировты юбилейы менән ҡотланы

Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең яҙмаһында БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың төп һыҙаттарын айырып үтте.

- Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе ысын күңелдән 55 йәшлек юбилей менән ҡотлайым!

Һеҙҙә был алтын йәштә республика менән һөҙөмтәле идара итеү өсөн барыһы ла тупланған: белем, тәжрибә, авторитет, эшлекле бәйләнештәр. Һеҙҙә кешеләрҙең һәм Башҡортостандың проблемаларын хәл итеүҙә, барыһын да республика файҙаһына итергә тырышлыҡты күреү үҙе бер бәхет.

Һеҙ идара иткән төбәк ил яҙмышында һәр ваҡыт һиҙелерлек роль уйнаны. Мин ышанам - һеҙҙең бар ниәттәр тормошҡа ашасаҡ. Иң мөһиме, тамырҙарығыҙҙы, тыуған ерҙе, беҙҙе кеше иткән ҡиммәттәрҙе онотмағыҙ.
Һеҙгә, яҡындарығыҙға именлек-һаулыҡ, тыныслыҡ һәм бәхет теләйем! Тыуған Башҡортостан файҙаһына хеҙмәттә уңыштар теләйем!

Ихтирам менән,
Башҡортостан Республикаһының
тәүге Президенты,
"Урал" хәйриә фонды Советының рәйесе
М.Ғ. РӘХИМОВ





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға