«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ҡош юлы" быйыл Радий Хәбировтың тыуған яғынан үтә



20.03.2019 "Ҡош юлы" быйыл Радий Хәбировтың тыуған яғынан үтә

"Ҡош юлы" башҡорт бард фестиваленә 2012 йылда, Ейәнсура районында нигеҙ һалынғайны. Унда республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә гитарала уйнап йырлаусы, йырҙар ижад итеүсе талант эйәләре ҡатнашты.

Һигеҙ йыл эсендә "Ҡош юлы" маршруты Ейәнсуранан Әбйәлилгә юлланды, ә быйыл ул Ишембайға боролдо. Әллә Торатау үҙенә ылыҡтырамы, әллә Республика Башлығының тыуған яғы мәҙәниәт үҙәге булыуға дәғеүә итәме? Нисек кенә булмаһын, беҙ ишембайҙар өсөн ифрат шат: улар Ейәнсуралар менән Әбйәлилдәрҙең танауына сиртеп, фестивалде тағы ла шәберәк һәм ҡеүәтлерәк итеп үткәрер тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 1 июлгә тиклем гитарала башҡортса йыр башҡарып, “Бәйләнештә” селтәрендәге “Ҡош юлы” төркөмөнә видеояҙмаһын беркетә, ҡәләм тирбәтеүселәр 8-10 шиғырҙан торған шәлкемен шулай уҡ төркөмдә күрһәтелгән электрон почтаға ебәрә ала.
Баһалама ағзалары тарафынан йырсылар һәм ижадсылар араһынан иң-иңдәр һайланып, улар 12-14 июлдә Ишембай районында үтәсәк фестивалдә ҡатнашырға хоҡуҡ ала. “Ҡош юлы” бәйгеһе-гитарала уйнап йырлаусыларҙы, көйҙәр ижад итеүселәрҙе һәм шиғыр яҙыусыларҙы ғына берләштермәй, ә өс көн дауамында тәбиғәт ҡосағында усаҡ янында музыка тыңлап, төрлө уйындарҙа ҡатнашырға, шәп концерт ҡарарға теләгән сәләмәт тормош рәүеше яҡлы, алдынғы ҡарашлы башҡорт йәштәрен йыя.

"Ҡош юлы" төркөмө ошонда: https://vk.com/bashgitara





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға