«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли йәштәр театры "Тылсымлы тирмән"е менән гастролдәрҙә!



20.03.2019 Милли йәштәр театры "Тылсымлы тирмән"е менән гастролдәрҙә!

Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры "Тылсымлы тирмән" (режиссер М.Күлбаев) тигән мауыҡтырғыс әкиәте менән гастролдәргә юллана:

19 март — Күмертау, Ергән, 22-26 апрель — Малаяҙ, Мәсәғүт, Үрге Ҡыйғы, Оло Ыҡтамаҡ, Балаҡатай, 14-16 май — Инйәр, Белорет, Асҡар.

16 майҙа иһә театрҙа Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса премьера көтөлә. 28 майҙа өр-яңы спектакль Екатеринбург ҡалаһына барып, әҙиптең 100-йыллыҡ тантанаһында ҡатнашасаҡ.

Тағы ла Анатолий Крымдың әҫәре буйынса ҡуйылған "Левушка" 28 мартта - Учалыла һәм 16 апрелдә Стерлитамаҡта күрһәтеләсәк. 29 мартта Учалыла балалар өсөн М. Бартенев әҫәре буйынса "Я считаю до пяти" тигән әкиәт ҡуйыла.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға