«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Антон Бурдасов, хуш бул!



20.03.2019 Антон Бурдасов, хуш бул!

Даими чемпионаттағы «Салауат Юлаев» командаһының иң яҡшы һөжүмсеһе Антон Бурдасовтың 30 апрелдә беҙҙең команда менән контракты бөтә.

Уның менән Милләт-ара хоккей лигаһының (НХЛ) ике клубы ҡыҙыҡһына. Һөҙөмтәле уйындар күрһәткән 28 йәшлек хоккейсыны иң күп эш хаҡы вәғәҙә иткән «Филадельфия» йәки «Рейнджерс» командаларына ла саҡрыуҙары ихтимал. Был сезонда ул 50 осрашыу уҙғарып,19 шайба индергән, 12 осраҡта гол индерегә булышлыҡ иткән. Әле Бурдасов , йәрәхәт алыуы сәбәпле, уйындарҙа ҡатнашмай.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға