«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Полиция хеҙмәткәрҙәрендә ҡайҙан шул тиклем аҡса?



18.03.2019 Полиция хеҙмәткәрҙәрендә ҡайҙан шул тиклем аҡса?

Йәшәй белә беҙҙә полиция хеҙмәткәрҙәре. Йә улар һөйөклө ҡатындарына текә автомобиль бүләк итә, йә үҙҙәренә ҡиммәтле машина алып ултырталар. Хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау органдарында лайыҡлы итеп пенсияға сығып, һатып алһалар, күңелдәре лә тыныс булыр ине лә бит.

Башҡортостанда бер райондың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы өс миллионлыҡ Land Cruiser автомобиле һатып алған. Әммә майорҙы оҙаҡ эшендә тотмағандар, «ышанысты юғалтҡаны өсөн» эштән ебәргәндәр.Килем тураһында мәғлүмәт биргәндә, «текә» тимер атты ниндәй аҡсаға алынғанын аңлата алмаған. Сөнки ҡатыны менән өс йыл эсендә 2,5 миллион һумдан саҡ ҡына кәмерәк аҡса эшләгән. Үткән йыл өсөн дә килем һәм мөлкәт тураһында декларация бирмәгән.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға