«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әсәһен ултырғыс менән туҡмап үлтергән



19.03.2019 Әсәһен ултырғыс менән туҡмап үлтергән

Үткән йәкшәмбелә Ишембай ҡалаһында әсәле-уллы эсеп ултырғандар. Күп тә үтмәй, уларҙың араһында талаш ҡупҡан. 30 йәшлек егет күп уйлап тормаған, әсәһенә ҡул күтәргән - 51 йәшлек ҡатындың башына бер нисә тапҡыр ултырғыс менән һуҡҡан.

Нимә ҡылғанын аңғарып ҡалған егет күршеләренә әйтеп, полиция саҡырттырған. Баҡтиһәң ул балалар йортонда тәрбиәләнгән булған - әсәһен ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм иткән булғандар. Егет бер нисә тапҡыр урлашҡан, колонияла ултырып сыҡҡан. Хәҙер уға төрмәгә кире ҡайтырға тура киләсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға