«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙе "Берҙәмлек" көтә!



19.03.2019 Беҙҙе "Берҙәмлек" көтә!

8-12 июндә Башҡортостанда "Берҙәмлек" халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале уҙа.

Ул республиканың 4 районында һәм баш ҡалабыҙҙа үтәсәк. Ҡунаҡтарҙың Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Сербия, Көньяҡ Корея, Сенегал, Чили һәм башҡа илдәрҙән килеүе көтөлә.

Фестиваль программаһында - экскуриялар, театрлаштырылған тамаша, концерт турҙары, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре һәм танышыу кисәләре. Сит ил сәнғәт коллективтары район һабантуйҙарында ҡатнаша. Улар өсөн айырым Этнокөн ойоштороу ҡаралған.

Фестивалдең Гала-концерты 12 июндә Өфөлә үтә.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға