«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә кескәйҙәр өсөн тағы бер поликлиника асылды



18.03.2019 Өфөлә кескәйҙәр өсөн тағы бер поликлиника асылды

Өфө ҡалаһының Ғабдулла Амантай урамында 2-се балалар поликлиникаһының яңы филиалы асылды. Был әһәмиәтле сарала һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин, Өфө ҡалаһы башлығы Өлфәт Мостафин, Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хабирова ҡатнашты.

Колгуев микрорайонында балалар поликлиникаһы асыу кәрәклеге хаҡында һүҙ ете йыл элек күтәрелә. 2013 йылда бының өсөн бина ла бүленә, уны 2014 йылда асырға тейеш булалар. Әммә поликлиника һәм төҙөлөш фирмаһы араһында килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында эш туҡтап ҡала. Былтыр республика етәксеһе Радий Фәрит улы уны үҙе контролгә ала. Һөҙөмтәлә «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бүлгән аҡсаға бина дүрт ай эсендә төҙөкләндерелеп, файҙаланыуға тапшырылды.

Яңы филиал ошо участкаға ҡараған туғыҙ меңдән ашыу баланы һәм үҫмерҙе хеҙмәтләндерәсәк. 600 квадрат метр майҙанда заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, балаларҙы ҡабул итеү һәм дауалау өсөн бөтә уңайлыҡтары булған яҡты бүлмәләр урынлашҡан. Уйын бүлмәһе, «Сәләмәт бала», «Әсә һәм бала» кеүек урындарҙың булыуы ла ҡыуандыра. Фойела табипҡа яҙылыу өсөн терминал ҡуйылған. Каринэ Хәбирова, бындай шарттар һәм мөмкинлектәрҙең илдең барлыҡ поликлиниклаларында ла булмауын билдәләп, һәр әсәнең балаһын ҙур теләк менән йөрөтәсәгенә ышаныс белдерҙе.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға