«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Скорый"ҙан һикергән һәм үлгән



18.03.2019 "Скорый"ҙан һикергән һәм үлгән

Был үтә күңелһеҙ хәл кисә Өфөлә булған.

Бер магазинда иҫерек ир хәле бөтөп ҡолаған. Һатыусылар "ашығыс ярҙам" саҡыртҡандар.
Медиктар ирҙе машинаға ултыртып, дауаханаға алып киткәндәр.

Реанимобиль Салауат Юлаев проспектынан барғанда, ир күҙе аларып, ҡапыл урынынан торған, ишекте асҡан һәм тышҡа һикергән. Ләкин уңышһыҙ килеп төшкән һәм башы менән ныҡ итеп бәрелгән. Күп тә үтмәй ир йән биргән.

Әле был осраҡ буйынса тикшереү бара.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға