«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 6 апрелдә һабантуй?! Юҡ, шәмбе өмәһе



18.03.2019 6 апрелдә һабантуй?! Юҡ, шәмбе өмәһе

Ҡышын ҡар көрәү өмәләре ойоштороусылар ҙа булды. Бик хуп. Өмә тек өмә – етәкселәр ҙә ҡулына ҙур көрәк тотто шикелле. Бергә тырышҡанда бөтә нәмәне булдырырға мөмкин.

Хәҙер ҡар тиҙ ирей, аҡ төҫтө ҡараһы алмаштыра бара, йәшеллеккә алыҫ әле. Әммә яҙ етеүен әҙ булһа ла яҡынайта алабыҙ. Нисекме? Йыйыштырынып, тирә-яҡты таҙартып. Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә быйылғы экологик шәмбе өмәләренең 6 апрелдә башланыуы хәбәр ителде. Былай ғына сыҡтың да эш башланың түгел, ә матур байрам һымаҡ итеп башлана ул өмәләр. Хас та һабантуй кеүек. Хатта күҙаллауҙарынса, коммуналь техника парады ла буласаҡ. Төҙөкләндереү айлығын тантаналы асыуҙа хакимиәт башлыҡтары, йәмәғәтселек ҡатнаша, сауҙа ойошторола, йырҙар ҙа яңғыраясаҡ.

Экологик өмә 11 майғаса дауам итә. 6 һәм 20 апрелдә – дөйөм республика өмәләре.

Өмәселәргә 11 төрлө эш тәҡдим ителә. Сүп-сар йыйыу, фасадтарҙы йыуыу, буяу, ағартыу, үҫентеләр ултыртыу, канауҙарҙы таҙартыу, майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереү һ.б.

Сығабыҙҙыр, ивет, йәмәғәт?!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға