«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нефтекаманы Ратмир Мәүлиев етәкләйәсәк



18.03.2019 Нефтекаманы Ратмир Мәүлиев етәкләйәсәк

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына Ратмир Мәүлиев тәғәйендәнде.

Бының турала бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе. Ҡаланың элекке башлығы Рәшит Дәүләтов үҙ теләге менән вазифаһын бушатҡан.

Ратмир Мәүлиев 1989 йылдың 14 авгусында Нефтекамала тыуған. БДУ-ны юрист һөнәре буйынса тамамлаған, аҙаҡ «МИРБИС» Мәскәү халыҡ-ара бизнес юғары мәктәбендә һөнәрен камиллаштырған. 2015 йылда Ютазы башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләгән. Аҙаҡтан Татарстандың Әлмәт районы башлығының инвестиция үҫеше буйынса советнигы булып эшләгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға