«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙа «Урал-батыр» эпосын иң оҫта һөйләүселәр билдәләнде



18.03.2019 Сибайҙа «Урал-батыр» эпосын иң оҫта һөйләүселәр билдәләнде

Сибайҙа «Урал-батыр» эпосын иң оҫта һөйләүселәр билдәләндеСибайҙа «Урал-батыр» эпосын иң оҫта һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. Ижади бәйге Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йылллығына арналды.

Балалар ижады үҙәге сәхнәһендә йәш сәсәндәр — өс йәш төркөмөндә 44 уҡыусы көс һынашты.

Гран-приға һәм беренсе урынға өс ҡатнашыусы: 8-се мәктәптең беренсе класс уҡыусыһы Гөлназ Мөхәмәтйәрова, гимназия-интернаттың етенсе класс уҡыусыһы Илназ Исхаҡов һәм 9-сы лицей уҡыусыһы Тимур Байрамғолов лайыҡ булды.

12-се мәктәптән иң йәш ҡатнашыусы Айзель Әҙелбаеваға ете йәш.

«Урал батыр» эпосы Башҡортостандың әҙәби ҡомартҡыһы булып һанала. Эпосты фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда Баймаҡ районына этнографик экспедицияға барған сағында яҙып алған. Унда изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, юғары маҡсат өсөн үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү һәм батырлыҡ һүрәтләнә.





Автор: ИА "Башинформ"
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға