«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Учалы районының бер ауылында ҡотороҡ карантины иғлан ителде



18.03.2019 Учалы районының бер ауылында ҡотороҡ карантины иғлан ителде

Ураз ауыл Советына ҡараған Ҡолош ауылында хәҙер ауыл эт-бесәйҙәрҙе индереү һәм сығарыу, ҡыр хайуандарын аулау, ситкә алып китеү тыйыла.

Карантин указына 5 мартта БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Әле ауылдағы бар йорт хайуандарына, мал-тыуарға иҫкәртеү вакцинацияһы үткәрелә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға