«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Апрель башында



17.03.2019 Апрель башында

Апрель башындаМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазанға ижади сәфәргә сығасаҡ. Алмаш гастролдәр, һәр ваҡыттағыса, Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә үтәсәк.

Гастролдәр мәлендә һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре күрһәтелә:
3 апрель — Үлемһеҙлек тураһында ҡобайыр – "УРАЛ БАТЫР" (Башҡорт халыҡ эпосы буйынса), ҡуйыусы режиссер: Андрей Борисов.
4 апрель — Айрат Абушахмановтың Гүзәл Яхина романы буйынса ҡуйылған "ЗӨЛӘЙХА КҮҘҘӘРЕН АСА" спектакле.
5 апрель — Алмас Әмировтың "БАЛЛЫ, ТИРӘКЛЕ БАЛТИРӘК" лирик комедияһы (А.Ишбулдина).
6 апрель — Илсур Ҡаҙаҡбаевтың "ҺӨЙӘҺЕҢМЕ — ҺӨЙМӘЙҺЕҢМЕ…" трагикомедияһы (Ф. Бүләков) һәм Олег Хановтың "ИҢ БӘХЕТЛЕ ТӨН" мелодрамаһы (А.Касона).
7 апрель — Музыкаль мелодрама – «БӘХЕТ ХАҠЫ» (Х. Мөҙәрисова), ҡуйыусы режиссеры Айрат Абушахманов.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға