«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үәт, исмаһам, еңеү!



16.03.2019 Үәт, исмаһам, еңеү!

Үәт, исмаһам, еңеү!Беҙҙең шәп ҡыҙыбыҙ Динә Ғизәтуллина билбау менән көрәш буйынса Рәсәй чемпионатында тағы ла беренсе урын яуланы! Афарин, Динә!

Аҡыллы ла (мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, әле юғары белем ала), ҡалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ һылыу ҙа, хәтәр таһыллы, көслө рухлы ла башҡорт ҡыҙын ошо мәртәбәле еңеүе менән ҡотлап, артабан да уңыштарҙың юлдаш булыуын теләйбеҙ! Тренеры Морис Йосоповҡа айырым хөрмәт!!!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға