«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан спортсылары Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл уйындарында ҡатнаша



15.03.2019 Башҡортостан спортсылары Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл уйындарында ҡатнаша

19-23 мартта Төмәндә үткән сарала гер спорты, полиатлон, шахмат, саңғы уҙышы, шашка, һауынсылар, механизаторҙар һәм спортсы ғаиләләр ярыша. Был дисциплиналарҙа миҙалдар өсөн Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1000-дән ашыу кеше көс һынаша. Республикабыҙ намыҫын Бөрйән, Ғафури, Өфө, Әлшәй, Балаҡатай, Балтас райондарынан 25 ҡатнашыусы яҡлаясаҡ.

Был сараны ойоштороусылар ауылда йәшәүселәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырырға һәм ауыл спортсыларының оҫталығын үҫтерергә теләй.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға